Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Апрель 2020, 13:21

Барлыҡ саралар күрелә

Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Инвестиция советының сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Сарала тѳбәк иҡтисадының тотороҡлолоғон арттырыу, шулай уҡ социаль һәм инвестиция проекттарын бойомға ашырыу башланғыстары буйынса саралар пакеты ҡаралды.
Ултырышты асып, тѳбәк Башлығы норматив-хоҡуҡи базаның формалашыуында, хужалыҡ комплекстары эшен тәьмин итеүҙә һәм социаль ѳлкәлә хәлде тотороҡлаштырыуҙа күрелгән иҡтисади сараларҙа республиканың идара командаһының, дәүләт органдарының, институттарының ҙур ѳлѳшөн билдәләп үтте.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, быйыл «Инвестиция сәғәте» ултырыштарында 50-нән ашыу проект хуплау алып, иҡтисадҡа 80 миллиард һумдан ашыу күләмендә аҡса йәлеп ителгән. Бынан тыш, инвестиция ҡануниәтенә ѳҫтәмәләр индереү документтары ҡарала.
Документтар әҙерләү һәм ҡарау һѳҙѳмтәһендә 12 меңдән ашыу бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты ойошма һалымынан азат ителгән. Шәхси эшҡыуарҙарҙың физик шәхескә һалымдарын нулгә тиңләштергәндәр. «Килем» объекты буйынса һалым һалыу системаһын ябайлаштырыу нигеҙендә һалым ставкаһы 6 проценттан 1 процентҡатиклем кәметелә, ә «сығымдан тотоп ҡалынған килем» объекты буйынса – 15-тән 5 процентҡа тиклем. Ғѳмүмән, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса мѳмкин булған барлыҡ саралар күрелә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: