«Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе һәм иҡтисадҡа булышлыҡ итеү буйынса яңы план, шулай уҡ граждандарҙың килемен тергеҙеү һәм иҡтисадты үҫтереү буйынса күләмле эш планы кәрәк», – тине Рәсәй Президенты.
«Туҡтата алдыҡ, ләкин хәл ҡатмарлы булып ҡала. Ауырыуҙың юғары нөктәһенә етмәгәнбеҙ. Көрәштең иң көсөргәнешле этабы алдында торабыҙ, хәүеф һаҡлана һәм уның һәр кемгә ҡағылыуы ихтимал», – тип билдәләне ул.
Дәүләт башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына илдәге һәм төбәктәрҙәге хәлде даими күҙәтеп барырға ҡушты. «Беҙ ваҡиғалар үҫешенең теләһә ниндәй сценарийына әҙер булырға тейешбеҙ», – тине Владимир Путин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне