Документҡа ярашлы, был аҡса карантин йәки автономиялы эш тәртибе (изоляция) шарттарындағы социаль учреждениела 14 көн дауамында эшмәкәрлеген туранан-тура дауам иткән хеҙмәткәрҙәргә түләнә:
11 апрелдән – Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы дәүләт социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында;
20 апрелдән – республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы уҡыусылар тәүлек әйләнәһенә йәшәгән дәүләт учреждениеларында;
21 апрелдән – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Республика махсуслаштырылған бала йортонда.
Административ-идара итеү персоналы һәм социаль, белем биреү, медицина хеҙмәте күрһәткән хеҙмәткәрҙәр – 15-әр мең һум, хеҙмәт күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырған хеҙмәткәрҙәр бишәр мең һум ала. Социаль учреждениела коронавирус сире йоҡтороу осраҡтары булһа, бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә 25-әр мең һум түләнә. Шул уҡ ваҡытта был аҡсаға махсус климат шарттары булған урындарҙа эшләгән өсөн район коэффициенты өҫтәлә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне