Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Апрель 2020, 11:00

Май байрамдарында поликлиникалар һәм дауаханаларынисек эшләй?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан май байрамдарында медицина учреждениеларының эш графигын хәбәр иттеләр.

Амбулатор шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмалары түбәндәге режимда эшләй:
– 1, 3, 5 май һәм 10 май – ял көндәре;
– 2, 4 май һәм 9, 11 май – шәмбе графигы буйынса: поликлиникалар һәм поликлиника бүлектәре – иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем, кисектергеһеҙ хеҙмәттең эше – иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 3-кә ҡәҙәр;
– 6, 7, 8 май – эш көнө графигы буйынса.
Стационар шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмалары – тәүлек әйләнәһенә, ашығыс медицина ярҙамы бригадалары, травмпункттар һәм дежур хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләй.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото «Башинформ»дан
Читайте нас: