Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Апрель 2020, 16:00

Республикала бер тәүлектә 30 кеше коронавирустан һауыҡҡан

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 30 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан. Шулай итеп, республикала һауыҡҡан пациенттар һаны 106-ға еткән.

«Стационарҙарҙа 357 кеше дауалана, уларҙың 118-енең хәле ҡәнәғәтләнерлек, 208 кешенең хәле уртаса ауырлыҡта, 31-е – ауыр хәлдә. Һуңғыларынан 11 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған», – тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 29 апрелгә республикала 691 кешенең яңы коронавирус инфекцияһын йөрөтөүе, 14-нең вафат булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото «Башинформ»дан
Читайте нас: