Байрам рух күтәренкелеге, ышаныс бирһен, ҡыйыу ниәттәр, сағыу уй-фекерҙәр тыуҙырһын, яңы хеҙмәт үрҙәренә көс өҫтәһен!
Шулай уҡ ғаиләләрегеҙҙә тик изге хәбәрҙәр ҡаршы алһын, татыулыҡ, бер-берегеҙгә ихтирам һәм һөйөү тағы ла артһын! Шундай матур, бөтә тирә яҡ йәшеллеккә күмелгәндә, тик изге уйҙар һәм өмөттәр генә бөрөләнһен һәм сәскә атһын!