Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Май 2020, 18:56

«Георгий таҫмаһы» акцияһы башҡасараҡ уҙа

«Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды, тик ул быйылCOVID-19 пандемияһына бәйле икенсе форматта уҙасаҡ.

Бының ѳсѳн Георгий таҫмаһы менән фотоға тѳшѳп, ни ѳсѳн был акция мѳһим булыуы тураһында тарих яҙып һалырға кәрәк. Постҡа #георгиевскаяленточка һәм #лучшедома хештегтарын ҡуйырға онотмағыҙ.
Кемдең таҫмалары һаҡланмаған, улар ѳсѳн «Instagram» социаль селтәрендәге рәсми биттәге хәрәкәттә виртуаль Георгий таҫмаларын табып, уны фотоға һалырға мѳмкин. Ирекмәндәр уларҙы коронавирус ваҡытында эшләгән магазиндарға һәм дарыуханаларға, шулай уҡ алғы сафта торған медицина, полиция һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
– «Георгий таҫмаһы» акцияһы Еңеү кѳнѳнѳң тѳп символына әйләнде. Коронавирус та сараны ойоштороуҙы туҡтатмаҫҡа тейеш. Тѳрлѳ юлдар әҙерләнек, шул иҫәптән онлайн-форматты. Еңеү символына хѳрмәт менән ҡарау һәм Тыуған ил ѳсѳн кѳрәшкәндәрҙең бѳтәһе тураһында ла иҫтәлек һаҡлау мѳһим! 9 майҙа ғына түгел. Быйыл акция 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй, – тип белдерҙе «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәтенең Башҡортостан буйынса етәксеһе Александр Юдин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: