Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Май 2020, 11:00

Янғындар таралмаһын өсөн

30 апрелдән республикала янғынға ҡаршы айырым режим индерелде.

Был хаҡта республика Хөкүмәте ҡарарында әйтелә. Документҡа ярашлы, был режим 10 майға тиклем дауам итә.
Ул – янғындарҙың таралмауы өсөн күрелгән өҫтәмә сара. Тап ошо ваҡытта, нигеҙҙә, ауыл биләмәләрендәге дөйөм файҙаланыу ерҙәрендә усаҡтар тоҡандырыу, сүп-сар, үлән, төрлө материалдарҙы яндырыу әүҙемләшә. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, баҫыуҙарҙа, ғәҙәттә, усаҡ тоҡандырыу осраҡтары йышая. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, урындағы үҙидара органдары халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барырға бурыслы.
Ут мөлкәтһеҙ генә ҡалдырмай, ә кеше ғүмерҙәрен дә өҙөүе ихтимал. Һаҡ булайыҡ!
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: