Йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөргә ярамай. Ни өсөн нәҡ 4 майҙан?
«Сөнки мин халыҡҡа ошо битлектәрҙе тыныс ҡына һатып алыу мөмкинлеген бирергә теләйем, кемдер тегер, кемгәлер беҙ ирекмәндәр аша тапшырырбыҙ, ундай мөмкинлегебеҙ бар», – тине Радий Фәрит улы.
Республикала тәүлегенә 150 мең битлек етештереү мөмкинлеге бар, шулай булғас, һатыуға ла етерлек кимәлдә сығарылыр. Шулай итеп, бөгөндән битлекһеҙ урамға сығырға ярамай.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.