Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Май 2020, 16:42

«Еңеү көнө» йыры бөгөн Пензала яңғырай

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафонына бөгөн, 5 майҙа, Пенза өлкәһе ҡушылды.

Пенза халҡы эстафетаны Ульяновск өлкәһенән ҡабул итте. 25 апрелдә иғлан ителгән йыр марафонында әлеге көнгә тиклем Мордва, Мари Иле, Удмурт, Башҡортостан, Татарстан республикалары, Һамар, Түбәнге Новгород, Һарытау, Ульяновск өлкәләре, Пермь крайы ҡатнашып өлгөрҙө.
Пенза өлкәһе исеменән марафонда Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Владимир Каширский етәкселегендәге Губернатор симфония капеллаһы ҡатнаша.
Быйыл Пенза «Хеҙмәт даны ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем алыуға дәғүә итә. Ә инде «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафонын улар күршеләренә – Сыуаш Республикаһына тапшыра.
Йыр марафонының барышын урындағы телеканалдар, радиостанциялар, матбуғат баҫмалары киң яҡтырта, шулай уҡ яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында табырға мөмкин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: