Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров Хѳкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Муниципалитет башлыҡтары һәйкәлдәргә һәм обелисктарға Дан веноктары, сәскә бәйләмдәре һаласаҡ.
«Бындай сараларҙа күмәк кеше ҡатнашырға тейеш түгел, халыҡты йыймағыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Шулай уҡ «Үлемһеҙ полк»ты һуңыраҡ үткәрергә ҡарар иткәндәр, әле республикала «Полк 2020» интернет-порталы эшләй. Башҡортостан халҡы унда үҙ ҡаһармандары хаҡында мәғлүмәт урынлаштыра ала. Был «Үлемһеҙ полк»тың күсермәһе – ветерандар тураһында иҫтәлекте һаҡлау бурысын атҡарыуға булышлыҡ итә.
Яу батырҙарының фотоһүрәттәрен, улар хаҡында яҙмаларҙы һәр кем социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә #Бессмертныйполк2020, #Бессмертныйполконлайн, #ДеньПобедыдома,#9маявсети, #9маЯпомню хештегтары менән урынлаштыра ала.
Республика Башлығы 9 Майҙа 21 сәғәттә «Бер минут тынлыҡ» Бөтә Рәсәй сараһына ҡушылыуҙы һораны.
«Ул – халҡыбыҙҙың Бѳйѳк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығын иҫкә алыуҙың һәм хѳрмәтләүҙең мѳһим мәлдәренең береһе», – тине республика Башлығы.
Мәғлүм булыуынса, 7 майҙан ирекмәндәр ветерандарға бүләк итеп әҙерләнгән аҙыҡ-түлек тупланмаһын тарата башлаясаҡ. Уны республиканың 62 муниципалитетында йәшәгән 932 һуғыш ветераны аласаҡ.
Кәңәшмә алдынан Радий Фәрит улы ошо аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән танышты. Унда 3,5 мең һумға торошло ризыҡ төрҙәре һалынған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан