Коронавирус таралыуына юл ҡуймау өсөн сикләү саралары индерелеүенә бәйле балалар ялы ойошмаларының эшмәкәрлеге һәм уларҙа йәйге миҙгелгә әҙерлек 28 марттан 1 июнгә тиклем ваҡытлыса туҡтатылды. Һауыҡтырыу ойошмаларына юлламалар ҙа һатылмай.
«Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә урынлашҡан балалар ялы һәм уларҙа һауыҡтырыу ойошмалары реестрын булдырыу эше алып барыла. Бөгөнгә асыу планлаштырылған 2630 лагерҙың 2081-е реестрҙа бар. Ҡалған 549 лагерға санитар-эпидемиологик һығымталар алырға кәрәк. Был процедура Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәренең урындарға сыға алмауына бәйле туҡтатылды», – тип билдәләне вице-премьер.
Фәнүр Йәғәфәров балалар лагерҙарына һатып алған юлламаларҙы кире ҡайтарыу мәсьәләһенә лә аңлатма бирҙе. Ата-әсәләрҙең аҡсаны кире ҡайтарыу йәки икенсе сменаны һайлау мөмкинлеге бар.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.