Производствоны бер нисә йүнәлеш буйынса киңәйтеү күҙ уңында тотола. Стерилләү һыҙаты була, ҡалай банкалар етештереү асыла, шулай уҡ 1 200 һыйырға һөт фермаһы ойошторола.
Инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу сеймал эшкәртеү күләмен тәүлегенә 150 тоннаға тиклем арттырырға, сығарылған продукцияның ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирә. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 953 миллион һум тәшкил итә.
Шәкәрһеҙ ҡуйыртылған һөт етештереүҙе үҙләштереү Азия һәм ғәрәп илдәре баҙарҙарына сығырға мөмкинлек бирергә тейеш, тип билдәләне комбинат директоры Александр Кулимбетов. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә бер генә завод ошондай продукция әҙерләү менән шөғөлләнә.
Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов иғтибарын Ҡарлыман брендын юридик яҡлау мәсьәләләренә йүнәлтте. Республика башлығы
Радий Хәбиров ошондай мәсьәләләр менән шөғөлләнә алған айырым структура булдырырға тәҡдим итте.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса, өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү өсөн инвестиция проектын эшләп бөтөрөү бурысы ҡуйылды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне