Атап әйткәндә, эшләгән предприятиелар һанын арттырыу, балалар һәм өлкәндәр өсөн изоляция режимын йомшартыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлгән осраҡта балалар майҙансыҡтарын асыу мөмкинлеге, шулай уҡ парктарҙы һәм скверҙарҙы асыу тураһында һүҙ бара.
«12 майҙа иртән изоляция режимын йомшартыу буйынса ҡарарҙарыбыҙҙы иғлан итербеҙ, — тине Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге ултырышта. – Уға тиклем бөтә нәмәне ентекләп өйрәнеүҙе, муниципалитеттарҙағы коллегалар менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙы, иҡтисадты асыу һәм изоляция режимы буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һорайым».
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.