Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Май 2020, 11:47

9 майҙа ниндәй саралар үтәсәк?

Кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә онлайн режимда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған брифинг үтте.

Брифингта һүҙ 9 майҙа республикала үтәсәк байрам саралары, әлеге шарттарҙа уларҙы ойоштороу нескәлектәре тураһында барҙы.
– Беҙҙә Еңеүҙең 75 йыллығына арнап бихисап тантаналы саралар планлаштырылғайны, әммә ҡатмарлы санитар-эпидемиология хәл-торошҡа һәм коронавирус таралыу хәүефенә бәйле уларҙы бер аҙ кисектереү тураһында ҡарар ҡабул ителде, – тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәләренә ярашлы, бер нисә мөһим сара үткәреләсәк. Бында һүҙ башлыса 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын республиканың Милли музейына тапшырыу тураһында бара.
Геройҙың наградаһы «Өфө» аэропортына киләсәк һәм әлеге миссияны үтәгән почетлы кортеж хәрби колонна оҙатыуында ҡаланың үҙәк урамдары буйлап уҙасаҡ. Сарала ҡатнашыусылар һаны мөмкин тиклем сикләнә, улар барыһы ла ҡурсаланыу режимы талаптарын үтәйәсәк, ә ябай халыҡ ҡатнашмаясаҡ. Был тантаналы сараны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан 24», «Вся Уфа», шулай уҡ «Ютуб» каналында ҡарау мөмкин буласаҡ.
Билдәле булыуынса «Үлемһеҙ полк» акцияһы ла кисектерелде. Әле республикабыҙҙа интернет-портал «Полк 2020» эшләй башланы. Уның ярҙамында теләге булған һәр кем үҙ геройы хаҡында һөйләй ала.
Урындағы ваҡыт менән 19 сәғәттә Бөтә Рәсәй «Бер минутлыҡ тынлыҡ» сараһы иғлан ителәсәк. 23 сәғәттә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам салюты ойошторола. 23.50-лә «Еңеү фонарҙары» акцияһы старт ала. Уның барышында һәр кем яугир атай-олатайҙары хөрмәтенә балконда, тәҙрә янында фонарҙар (электр, телефон, смартфон һ.б. ҡорамалдар ярҙамында) тоҡандыра.
Ошо һәм башҡа саралар тураһында брифингта республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: