Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Май 2020, 13:00

Радий Хәбиров йоғонтоһон көсәйтте

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығының апрель өсөн төҙөгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров элеккесә «бик көслө йоғонто» позицияһын биләй, шул уҡ ваҡытта ул уҙған ай менән сағыштырғанда ошо рейтингта позицияһын көсәйтте: туғыҙынсы урындан алтынсыға күсте.

Радий Хәбиров рейтингта Мәскәү һәм Тула өлкәләре губернаторҙарынан, Чечня башлығынан, Санкт-Петербург һәм Мәскәү мэрҙарынан ғына ҡалышып, исемлектә туғыҙынсы урында торған Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановты уҙып китте.
Башҡортостан башлығының йоғонтоһо күп осраҡта бизнесҡа ярҙам күрһәтеү өсөн күрелгән сараларға бәйле көсәйә, тип иҫәпләй эксперттар. Атап әйткәндә, Башҡортостанда иҡтисадтың тотороҡлоғон күтәреү буйынса тәү сираттағы сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға республика бюджетынан 30 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү талап ителә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: