Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Май 2020, 16:00

«Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре» флешмобы саҡыра

15 май – Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан Республика халыҡ ижады үҙәге «Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре» флешмобын башлап ебәрҙе.

Ҡатнашыуға талантлы, социаль әүҙем, халыҡ ижадына ваҡыт бүлергә өлгөргән ғаиләләр саҡырыла. Йыр-бейеүгә оҫта, музыка ҡоралдарында уйнаған йәки биҙәү-ҡулланма ижад менән шөғөлләнгәндәр социаль селтәрҙәге сәхифәләренә ғаиләнең маһирлығын күрһәткән видеороликтар һалырға мөмкин.
Яҙмаларҙа #башҡортостандыңһәләтлеғаиләләре хештегын күрһәтергә кәрәк. Видеороликтарҙың ваҡыты 4 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Флешмоб 15 майға тиклем дауам итә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: