Был турала 14 майҙа коронавирус буйынса оператив штаб ултырышында республика башлығы Радий Хәбиров әйтте.
Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковскаянан башҡа сирҙәр буйынса табип ярҙамы ала алмаған кешеләр өсөн махсус чат булдырыуҙы һораны.
«Коронавирусҡа күп көс һалыу арҡаһында кешеләрҙең яфаланыуына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Быны иғтибар менән күҙәтеп барырмын», – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы башлығы.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.