Исемлеккә түбәндәге йүнәлештәр буйынса маршруттар инде: Өфө – Һамар, Өфө – Киров, Өфө – Ырымбур, Өфө – Түбәнге Новгород, Өфө – Ижевск, Өфө – Чебоксар, Өфө – Волгоград, Өфө – Минеральные воды, Өфө – Пермь, Өфө – Краснодар, Өфө – Дондағы Ростов.
Документҡа ярашлы, авиакомпанияға субсидиялар Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына кәрәкле мәғлүмәттәр тапшырылғандан һуң һәр айҙың 15-се көнөнә тиклем түләнә. Ағымдағы финанс йылының декабрендә субсидиялар ташыусыға ағымдағы йылдың 20 декабренә тиклем бирелгән отчет буйынса тапшырыла.