Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Май 2020, 12:30

Күңел диңгеҙгә ашҡына, күреп булырмы?

Коронавирус инфекцияһына бәйле донъялағы туристик инфраструктура ауыр осор кисерә: сит илдәргә туристарҙы йәлеп итер миҙгелдең асылыу-асылмауы әлегә тиклем билдәһеҙ ҡала килә. Диңгеҙҙе күрергә теләүселәр һәм сит илдәргә барыусылар үҙҙәре лә сәйәхәттәрҙән баш тарта, алдан һатып алған путевкаларын кире тапшырыуҙы хуп күрә.

Әммә сит илдәргә сәйәхәт итергә яратыусыларға күңелдәрен төшөрмәҫкә була: июнь урталарында Төркиә сит ил туристарын ҡабул итергә ниәтләй, тип хәбәр итә NTV телеканалы эфирында илдең мәҙәниәт һәм туризм министры Мәхмәт Нури Эрсой.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ил тәүге туристарҙы Ҡытай, Көньяҡ Корея һәм Азия илдәренән көтә. Шулай уҡ донъяның төрлө нөктәләренә авиаосоштар тергеҙеләсәк. Әйткәндәй, Төркиә етәкселеге санитар-гигиена хәүефһеҙлеге планында ҡунаҡханаларҙы сертификациялау һәм дезинфекциялау буйынса махсус программа ҡабул иткән.
Рәсәй үҙ халҡын сит илдәргә сығарырға рөхсәт итерме, юҡмы, уныһын инде ваҡыт күрһәтер. Шулай ҙа туристик миҙгелдең асылыуын барыһы ла түҙемһеҙлек менән көтә. Ни тиһәң дә эҫе йәй айҙары яҡынлаша, күңел диңгеҙгә ашҡына...
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Читайте нас: