Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Май 2020, 11:00

Пандемиянан ҡурҡып тормай өйләнешкәндәр

15 майҙа Башҡортостан ЗАГС-тарында 26 пар никахтарын теркәгән, уларҙың 11-е – Өфөлә.

Кейәүҙәр һәм кәләштәр яңы коронавирус пандемияһынан ҡурҡып тормаған, битлек һәм бирсәткә кейеп, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә үҙҙәренең тәүге ғаилә документын алырға килгән.
«Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ЗАГС бүлексәләрендә сикләү саралары күрелгән, никахтар ҡунаҡтарһыҙ теркәлә. Бөтә бәхетле парҙарға «Беҙ Халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләнештек» тигән ҡотлау открыткалары тапшырылды», – тип хәбәр иттеләр республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: