Был яҙғы баҫыу эштәренең яртыһынан күберәге башҡарылған тигәнде аңлата.
– Бойҙай 3700 га майҙанға сәселгән, арпа – 3000, һоло – 3200, ҡуҙаҡлылар – 1100, майлы культуралар 4200 га ер биләгән. Яҡын арала хужалыҡтар кукуруз сәсә башлай, – тип хәбәр иттеләр муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтенән.
Знаменка, Баженов, Шаровка ауыл советтарының фермер-крәҫтиән хужалыҡтары сәсеү эштәрен, һуңғы культураларҙан башҡа, 90 процентҡа үтәгән.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне