Кисә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы Пасханы билдәләгән кеүек ойоштороласағын әйтте. Бындай ҡарар дин әһелдәре менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителде.
«Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ярашлы беҙ бергә йыйылыуҙы тыйырға һөйләштек. Шуға күрә йәмәғәт намаҙҙарын онлайн-трансляция режимында үткәрергә тәҡдим итәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Пасханы билдәләгән ваҡытта режим үтәлмәгән, күмәкләп ғибәҙәт ҡылған урындарҙа коронавирус таралыуы осраҡтары булыуын әйтте.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне