Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Май 2020, 13:00

Мәктәп аттестаттарын тапшырыу нисек үтер

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыу йылын тамамлау һәм байрам сараларын уҙғарыу тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. Хәбәр ителеүенсә, туғыҙынсы һәм ун беренсе кластарҙа «Һуңғы ҡыңғырау» 29 майҙа дистанцион рәүештә ойошторола.

Республикала сығарылыш кисәләрен үткәреү мәсьәләһе хәл ителә. Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми белдереүендә әйтелгәнсә, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем тураһында аттестаттар тапшырыуҙы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаған санитар-эпидемиологик талаптарҙы тулыһынса үтәү шарттарында ойошторорға кәрәк.
«Аттестатҡа билдәләр ҡуйыуҙың үҙенсәлектәре, шулай уҡ аттестат тапшырыуҙың берҙәм көнө хаҡында мәғлүмәт өҫтәмә рәүештә дөйөм белем биреү ойошмаларына ебәрелә», – тип хәбәр иттеләр Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
Шулай уҡ республика Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме менән «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә сығарылыш класс уҡыусыларына бергә йыйылыу һәм тәбиғәткә сығыу тыйыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото интернеттан
Читайте нас: