Әңгәмә барышында Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандың ирекмән ойошмалары вәкилдәре коронавирус пандемияһы осоронда кешеләргә ярҙам күрһәтеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Республика Башлығы Евразия ирекмәндәр форумында ошо эшкә өҫтөнлөк бирергә тәҡдим итте. Сараны ойоштороу бурысын төбәк етәксеһе Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына йөкмәтте.
«Август-сентябрҙә Өфөлә бөтә Евразия илдәренән делегациялар ҡатнашлығында ирекмәндәрҙең форумын йәки слетын үткәрәйек, – тине республика Башлығы. – Йәштәр тәжрибә уртаҡлашһын, әңгәмәләшһен, хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумдарға ҡул ҡуйһын. Иманым камил, беҙгә бер-беребеҙҙән өйрәнәһе нәмәләр етерлек. Һеҙҙе Башҡортостанда көтәбеҙ!»