Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Май 2020, 16:00

Берҙәм дәүләт имтиханы ҡасан бирелә?

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Берҙәм дәүләт имтихандары теҙмәһен баҫтырып сығарҙы. Тәүгеһе 29 июндә була. Сығарылыш класс уҡыусылары география, әҙәбиәт һәм информатика тапшыра.

2 һәм 3 июлдә – рус теле, 6 июлдә – математика, 9 июлдә – тарих һәм физика, 13 июлдә – йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия, 16 июлдә – биология, 16, 18 һәм 20 июлдә – сит телдәр, тип хәбәр итте «РИА Новости» мәғлүмәт агентлығы ведомствоның матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона инергә теләгәндәр генә тапшыра. Тәүҙә имтихандар 8 июндә башланыр тип хәбәр ителгәйне, ләкин насар эпидемиологик хәлгә бәйле йомғаҡлау аттестацияһын күсерҙеләр.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото интернеттан
Читайте нас: