Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Май 2020, 11:00

Талпан тешләүҙән һаҡланырға кәрәк

Башҡортостанда медицина учреждениеларына 2 946 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән, улар араһында 1 290-ы – балалар. Былтыр ошо осорҙа 3 172 кеше, шул иҫәптән 1 160 бала талпан тешләүгә зарланған.

Роспотребнадзорҙың республика идаралығында белдереүҙәренсә, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, уның филиалдарында талпандарҙың энцефалит һәм боррелийҙар менән зарарланған булыуын тикшереү пункттары асылған.
Лабораторияларҙың адрестары һәм халыҡ өсөн урманға барғанда шәхси һаҡланыу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы идаралығы сайтында баҫылған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: