Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Май 2020, 14:21

Ураҙа байрамы алдынан осрашыу

21 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты составындағы Төбәк мосолмандарының диниә назараты рәйесе мөфтөй Мөхәммәт Тажетдинов һәм республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин менән осрашты.

Радий Хәбиров изге Ураҙа байрамына бер нисә генә көн ҡалыуын билдәләне.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә һәм республикала эпидемиологик хәл ярайһы уҡ ҡатмарлы. Шуға күрә һеҙҙе ошо изге көндә диндарҙарға аралашыуҙарҙы сикләргә, мәсеттәрҙә, урамдарҙа күпләп йыйылмауҙарын һорап мөрәжәғәт итергә саҡырам, – тине ул. – Беҙ православие Пасхаһын да шулай үткәрҙек. Үҙебеҙҙең яҡтан тейешле шарттар тыуҙырырбыҙ, телевидениела һәм интернет селтәрендә байрам вәғәздәрен тапшырыуҙы ойошторорбоҙ».
Тәлғәт Тажетдин төбәк етәксеһен етеп килгән байрам менән ҡотланы, Башҡортостан халҡының рухи ихтыяждарына иғтибары өсөн рәхмәт әйтте.
«Пандемияға ҡаршы көрәш мәсьәләһе беҙгә бик яҡын, барыбыҙ ҙа хәлде яҡшы аңлайбыҙ», – тине ул.
Айнур Бирғәлин, һуңғы йылдарҙа мосолмандар Ураҙа байрамын киң билдәләргә күнекһә лә, хәл-шарттар үҙ талабын ҡуя, тип билдәләне.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: