Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Май 2020, 16:40

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланды

Бөгөн Эшҡыуарлыҡ көнө билдәләнә. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров республика йүнселдәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Эшҡыуарлыҡ аҙналығына старт бирҙе. Ул 29 майға тиклем дауам итәсәк.

Сара барышында көн һайын эшҡыуарлыҡ иртәлектәре, Бөтә Рәсәй конференцияһы, онлайн-эшҡыуарлыҡты ойоштороу буйынса оҫталыҡ кластары, уңыш ҡаҙанған йүнселдәрҙең сығышы көтөлә. «Wildberries», «OZON», «Mail.ru Group», «Яндекс», «AliExpress» топ менеджерҙары, йәмәғәтселек һәм үҫеш институттары вәкилдәре, иҡтисадсылар – аҙналыҡтың спикерҙары.
Ойоштороусылар фекеренсә, 2020 йылдың тотош донъя иҡтисадына саҡырыу ташлауы сәбәпле, тармаҡҡа ҡалыптарға ярашлы булмаған ҡарарҙар, төрлө йүнәлештәр талап ителә. Яңы шарттар үҙ продукцияң һәм хеҙмәттәреңде онлайн-иструменттар аша үҫтереү кәрәклеген дәлилләй. Был аҙналыҡ йүнселдәргә эшҡыуарлыҡты һанлаштырырға һәм көрсөктә лә яңы офоҡтарҙы күрергә ярҙам итер тип көтөлә.
Аҙналыҡты Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: