Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Май 2020, 11:32

Инфекция дауаханаһы әҙер!

Өфө районында яңы инфекция дауаханаһы төҙөлөп бөттө. Унда атҡарылған эштәр менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров танышты.

1 июнгә тиклем объектта көйләү эштәре барасаҡ, артабан махсус медицина ҡорамалдарын, шул иҫәптән автономлы елләтеү аппаратын урынлаштырасаҡтар.
Йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк 100 бокс була, уларҙың 62-һе бер урынлы, 18-е - ауыр хәлдәгеләр өсөн. Айырым бинала хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ төҙөлгән. Санитар транспорттарҙы эшкәртеү, таҙартыу ҡорамалдары, резерв аҙыҡ-түлек сығанаҡтары, ҡаҙанлыҡ, кислород станциялары өсөн майҙансыҡтар хәүефһеҙ арауыҡта урынлаштырылған.
Үҙәк бина ярымтүңәрәк формаһында эшләнгән, унан дауалау бүлектәре тармаҡланып китә. Һау һәм ауырыуҙар өсөн айырым зоналар әҙерләнгән.
Андрей Назаров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың улар алдына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коронавирус менән ауырығандар өсөн махсус дауахана төҙөү бурысын ҡуйғанлығын билдәләне.
«Әлеге үҙәк республикала, улай ғына ла түгел, бөтә илдә иң яҡшыһы, тип әйтеп була. Был эште 55 көн эсендә атҡарып сығыу – ҙур уңыш билдәһе. Хәҙер уның хужалары – табиптар. Ғәҙәти бюрократик алымдарҙан баш тартыу һәм тиҙ мобилизация теләгән һөҙөмтәгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлгәшергә ярҙам итте», – тине Андрей Назаров һәм төҙөүселәргә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, уларҙың көнө-төнө арымай-талмай эшләүен, бының ысын батырлыҡҡа тиңлеген билдәләне.
Беренсе вице-премьерҙың һүҙҙәренсә, беҙҙең әлеге тәжрибә күрше төбәктәрҙе лә ҡыҙыҡһындырған.
Төҙөлөштә ҡулланылған материалдарҙың 80 проценты Башҡортостанда етештерелгән. Әлеге мәлдә был урындағы етештереүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә ярҙам булып тора.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: