Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Май 2020, 17:41

«Автокомплект» заводы үҙгәртеп ҡороуҙар юлында

Яңы проектты бойомға ашырыу Бәләбәйҙең машина эшләүселәренә комплектлаусы изделиелар етештереү баҙарында яуланған алдынғылыҡты нығытыу мөмкинлеге бирәсәк.

Бәләбәй «Автокомплект» заводы РФ-ның Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 85 млн һум кредит аласаҡ. Займ берлектәге федераль-төбәк программаһы тарафынан хупланған.
Предприятие машиналарҙың йөрөткөс өлөшөндәге һәм руль автокомпоненттарын етештереү производствоһын яңыртасаҡ.
Модернизациялау пректының дөйөм бюджеты 100 млн һум. 25 мең һумды завод республиканың Инвестицион-венчур фондынан аласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу комплектлаусы деталдәр баҙарында Бәләбәй продукцияһын 24 процентҡа тиклем арттырыу мөмкинлеге бирәсәк.
Производствола үҙебеҙҙең илдә етештерелгән материалдар файҙаланыла. Бәләбәй заводы продкуцияһын «Рено-Ниссан-АвтоВаз» альянсы, ГАЗ, УАЗ һәм башҡа автомобилдәр етештереүселәр теләп ала.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: