Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Май 2020, 11:00

Приюттан Мәликә коляскалы була!

«Изге былау» хәйриә фестивалендә бер меңдән ашыу порция былау бешерелде. Акцияға шулай уҡ Дондағы Ростов, Владимир, Сочи, Мәскәү һәм Рига ҡалаларының ресторандары ҡушылды. Маҡсат бер – Башҡортостанда йәшәгән ауырыу ҡыҙға махсус коляска алып биреү.

Пандемия шарттарында ла изгелеккә урын бар. Өфө ресторанының шеф-ашнаҡсыһы Миран Карапетян үҙенең ошо акцияла ҡатнашыуы менән бик ҡәнәғәт. «Егерме йылдан ашыу былау бешерәм, бөтә нескәлектәрен яҡшы беләм», – ти ул. Өфөлә тағы һигеҙ ресторан һәм кафе көнсығыш ризығын әҙерләүҙә ҡатнашҡан. Бөтә порцияларға клиенттар тарафынан аҡса түләнгән. Акция сайтында бер нисә көн буйына заказ ҡабул иткәндәр. «Мәрхәмәт» фонды ирекмәндәре былау һалынған ҡаптарҙы клиенттарға илткән. Илтеү бушлай.
Шулай итеп, мең порция былау һатылған. Ашнаҡсыларҙың эшен фестивалде ойоштороусылар онлайн режимда баһалаған. Һәр кем үҙенең ризыҡты әҙерләү серен асҡан. «Изге былау» үҙ маҡсатына өлгәште: Приют ҡасабаһында йәшәгән ун йәшлек Мәликә Шивырягинаға махсус коляска алыу өсөн 150 мең һум аҡса тупланды.
Коляска һатып алынған да инде. Оҙаҡламай ул Бәләбәйгә юлланасаҡ. Ойоштороусылар бындай әүҙемлекте көтмәгән дә булған. Тағы ла бер балаға ярҙам итеү мөмкинлеге бар, тип ҡыуана улар. Аҡса етерлек!
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: