Туризм
29 Мая 2020, 11:00

Яугирҙәргә – мобиль телефондар

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бушлай мобиль телефондар аласаҡ. Проектты «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте тормошҡа ашырасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Телефондар алдағы айҙа таратыласаҡ. Башҡортостанда меңгә яҡын яугир йәшәй. Туғандары, балалары һәм социаль хеҙмәттәр менән бәйләнешкә инеү өсөн телефондар ҡулайлы буласаҡ.
Гаджетҡа лимитһыҙ льготалы тарифлы сим-карта урынлаштырыла. Өҫтәүенә бөтә кәрәкле социаль хеҙмәттәрҙең, медицина ойошмаларының, ирекмәндәрҙең телефон номерҙары индереләсәк. Пандемия шарттарында был бик уңайлы булыр. 22 июндән 24-енә тиклемге осорҙа һәр ветеран яңы телефон аласаҡ.
Фото: «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан буйынса ойошмаһынан.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас