Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Июнь 2020, 13:54

Бөгөн балаларҙы яҡлау көнө

Бөгөн, 1 июндә, иң матур, сағыу байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә.

Был көн беҙгә, өлкәндәргә, балаларыбыҙҙың ғүмере, сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүе хаҡында иҫкә төшөрә.
Әсәлеккә һәм балалыҡҡа төрлө яҡлап ярҙам итеү һәр саҡ республикалағы дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булып тора. Башҡортостанда төрлө махсус йүнәлешле программалар, балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлауға, күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән тиҫтәләгән республика һәм муниципаль программалары уңышлы тормошҡа ашырыла килә.
Республиканың йәш быуыны сәләмәт һәм белемле булып үҫһен өсөн яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, заманса физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм башҡа спорт ҡоролмалары төҙөлә, яңыртыла. Балаларҙы ижади яҡтан үҫтереү өсөн төрлө конкурстар үткәрелә, премиялар һәм гранттар тапшырыла. Һәр йәй барлыҡ мәктәп уҡыусыларына тиерлек шифаханаларҙа, профилакторийҙарҙа һәм йәйге лагерҙарҙа ял итеү һәм сәләмәтлеген нығытыу мөмкинлеге бирелә. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар бүленә.
Шулай ҙа балалар өсөн иң мөһиме – ата-әсәһе, яҡындары эргәһендә булыу. Ғаилә – балаға йәшәү көсө биргән тылсым сығанағы, оло мөғжизә! Сабыйҙарыбыҙ яҡшы кешеләр булып үҫһен! Именлек, бәхет һәм һаулыҡ насип итһен!
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: