Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Июнь 2020, 14:12

Республикала йәшәүселәрҙең тыныслығын һаҡлау өсөн

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта республикала көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем «тынлыҡ сәғәте»н индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Ошо ваҡытта күп фатирлы йортта һәм ятаҡта шау-шыулы ремонт эштәрен башҡарған өсөн штраф һалына.

Закон проекты республикала йәшәүселәрҙең тыныслығын һаҡлауға йүнәлтелгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, закон проекты буйынса ҡәтғи ҡарар бер айҙан ҡабул ителә.
«Тынлыҡ сәғәте» ваҡытында тынлыҡты боҙған өсөн штраф күләме түбәндәгесә: граждандарға – бер меңдән ике мең һумға, вазифалы кешеләргә – өс меңдән биш мең һумға, юридик берәмектәргә – ун меңдән ун биш мең һумға тиклем.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: