Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Июнь 2020, 17:03

Йәй башы эпидемияға бәйле ниндәй яңылыҡтар килтерҙе?

1 июндән Башҡортостанда айырым инеү урыны булған музейҙар һәм китапханалар эшләй башлай, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттәге кәңәшмәлә.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, әгәр музей Мәҙәниәт йортонда йәки һарайында урынлашҡан икән, ул әлегә асылмай.
Үҙ эшен башлаған музейҙар һәм китапханалар өсөн мотлаҡ талап – битлек режимын үтәү, температураны үлсәү, биналарҙа дизенфекция үткәреү.
Бөгөндән Башҡортостанда сауҙа үҙәктәре асыла, Мәскәүҙән һәм башҡа төбәктәрҙән ҡайтҡандар өсөн мотлаҡ изоляция бөтөрөлә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: