Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Июнь 2020, 16:59

Планлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тергеҙәләр

Рәсәй президенты Владимир Путин санитария-эпидемиологик хәл тураһында кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә планлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тергеҙеү тураһында бойороҡ бирҙе.

Был бурыс Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йөкмәтелде. Бында һүҙ беренсел, махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы ярҙам хаҡында бара. Ведомство 20 июнгә тиклем бойороҡтоң үтәлеше буйынса яуап бирергә тейеш.
Дәүләт башлығы илдә ауырыу йәнә таралған осраҡҡа сирлеләр өсөн махсуслаштырылған койка урындары фондын һаҡларға ҡушты. Хөкүмәт 10 июнгә ҡәҙәр «санитария-эпидемиология хеҙмәтен үҫтереү һәм нығытыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә» тейеш.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: