Ҡуҙаҡлы культуралар тураһында әйткәндә, улар 1300 гектар ергә сәселгән, шуларҙың 600 гектары – борсаҡ, 700-ө – кәрешкә.
Һуңғы йылдарҙа районда майлы культураларға ҙурыраҡ иғтибар бүленә. Аталған көнгә 3 900 га майҙанға – көнбағыш, 200-гә – яҙғы рапс, етен 900 гектар ергә сәселгән. Кукуруз – 1417 га.
Ауыл хужалығы эшсәндәренең һәр минуты ҡәҙерле. Сәсеү эштәрен бөтөрөү менән сәсеүлектәрҙе тәрбиәләй башларға кәрәк. Мал аҙығы әҙерләр саҡҡа ла күп ҡалмай, унан инде уңыш йыйыр мәлгә лә йыраҡ түгел.
Район буйынса мал аҙығы культуралары майҙаны – 17 052 га.Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы аграрийҙар алдына малдар өсөн йыл ярымлыҡ аҙыҡ әҙерләү бурысы ҡуя. Шул уҡ ваҡытта мал аҙығы әҙерләү ваҡытын ҡәтғи үтәргә кәрәк. Сабыу ваҡытын кисектерһәң, аҙыҡтың сифаты кәмей, ә был малсылыҡ күрһәткестәрендә кире сағылыш табасаҡ.
Римма Солтангова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне