«Роман буйынса бер спектакль ғына түгел, хатта мини-спектаклдәр серияһы ҡуйырға мөмкин. Автор менән һөйләштек, ул ризалығын бирҙе. Инсценировканы кем эшләре әлегә хәл ителмәгән, тиҙҙән «Бөйрәкәй»ҙе актерҙар менән берлектә уҡый башлаясаҡбыҙ, шунда ниндәй репликалар кәрәк буласағын ҡараясаҡбыҙ. Башҡорт халҡының яҙмышын сағылдырған әҫәр сәхнәлә лә булырға тейеш», – тине Айрат Әхтәм улы.