Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Июнь 2020, 17:39

Кемдер ултырта, ә кемдер...

Был көндәрҙә «Бәләбәй коммуналсыһы» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй ҡала биләмәһен йәшелләндереү менән мәшғүл.

Аукцион һөҙөмтәләре буйынса был предприятие менән ҡаланы төҙөкләндереү, шул иҫәптән сәскә түтәлдәре ултыртыү, ҡый үләндәрен сабыу йәһәтенән муниципаль контракт төҙөлгән.
Сәскәләр һәм декоратив ҡыуаҡтар ултыртыуҙа бөтә хеҙмәттәр вәкилдәре лә ҡатнаша. Бригадаларҙың береһе Ленин урамында почтамт бинаһы янынды эшләне. Коммуналсылар һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡурай сәскәһе кеүек биҙәлгән түтәл уртаһында 90 һаны айырылып торасаҡ, сөнки быйыл август айында Бәләбәй районы булдырылыуға тап шунса йыл туласаҡ.
Беҙ Әмиров исемендәге урамда мәңге йәшел сауыр ағасын, башҡа ҡыуаҡтар ултыртыуҙарын күҙәттек. «Титаник»тың буйынан-буйына сәскәләр ултыртырға ер әҙерләнгән. «Ватанды һаҡлаусыларға» мемориалында петуниялар, бәрхәт сәскәләр, газон үләне сағыу келәмде хәтерләтә. Ҡалаға ингән ерҙә Совет һәм Войков урамдарында ултыртылған сәскәләр ҡыуандыра.
Ҡыҙыл һәм Войков урамдарындағы сәскә тырыздары йәйен күҙҙең яуын аласаҡ. Тик әгәр урлашырға яратҡан ҡайһы бер ҡала кешеләре сәскәләрҙе тамырҙары менән йолҡоп алып, баҙарға илтеп һатмаһа, йә үҙ баҡсаларына ултыртмаһа.
Тап шул бурҙар арҡаһында коммуналсыларға мәсет янындағы майҙанда өҫтәп тағы петуниялар ултыртырға тура килгән.
Ҡыҙғанысҡа күрә, Үҙәк баҙар эргәһендәге көршәктәрҙә сәскәләрҙең өстән бер өлөшө генә ҡалған. Уҙған йылдарҙағы кеүек күп фатирлы йорттар биләмәләрендә ултыртылған сәскәләрҙән дә елдәр иҫә. Хатта тупраҡты алып китәләр!
Күрәһең, улар түтәлдәрҙән сәскәләр урлауҙың енәйәт икәнлеген белмәйҙәрҙер. Урлаған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған, закон алдында яуап тоторға кәрәк буласаҡ. Күпме зыян килеүгә ҡарап, хоҡуҡ боҙоусы административ штраф түләй. Әгәр бурҙы сауырҙы соҡоп алғанда йә ҡала түтәлдәрен «һирәкләгәндә» тотһалар, хатта ҙурыраҡ штраф һалыныуы мөмкин, хатта етдиерәк яза алыу ихтимал.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Илья Букарев фотолары
Читайте нас: