Шуның менән бергә кризис күренештәре арҡаһында Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙҙәр арта. Бөгөнгә ул 67 мең кеше тәшкил итә, йыл башынан эшһеҙҙәр һаны 3,7 тапҡырға күбәйгән. Ленара Иванова билдәләүенсә, бының сәбәптәре күп, пандемия ғына түгел.
«Сервистар һәм регламенттар шәп үҙгәрә, түләүҙәр тәғәйенләү тураһында ҡарарҙар бығаса булмағанса тиҙ ҡабул ителә, – тип белдерҙе Ленара Иванова. – Теркәлгән эшһеҙлек кимәленең артыуы хәҙер өйҙән сыҡмайынса иҫәпкә баҫырға мөмкин булыуына ла бәйле. Эшһеҙлек буйынса минималь пособие күләмен арттырыу тураһында ҡарар – беҙҙең республикала 5175 һум – шулай уҡ мөһим роль уйнай, сөнки был пандемияға бәйле эшен юғалтҡандарға түгел, ә оҙаҡ эшләмәгән граждандарға ҡағыла».
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне