Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Июнь 2020, 17:20

Июндә күберәк ял итәбеҙ

Июндә рәсәйҙәрҙе Рәсәй көнө һәм Еңеү парады ойошторолоу уңайынан ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә, тип хәбәр итте «РИА Новости» агентлығы Хеҙмәт министрлығына һылтанма менән.

Тәүҙә 12 июндән 14-енә тиклем ял көтәбеҙ. 11 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Бынан тыш, Рәсәй президенты Владимир Путин коронавирус пандемияһы арҡаһында күсерелгән Еңеү парады 24 июндә – 1945 йылда Ҡыҙыл майҙанда «еңеүселәрҙең тарихи парады» уҙған көндә буласағын иғлан итте.
24 июндең ял булыуын, ләкин эш хаҡы һаҡланыуын иҫәпкә алып, 23-ө байрам алды көнө тип һаналмай, шуға күрә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡармай.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото интернеттан
Читайте нас: