«Белореттан Еләктәш тауы аша Яланғас һыртына, Ирәкташҡа, Ирәмәлгә һуҡмаҡтың тәүге өлөшө әҙер, билдә ҡуйылған һәм уның буйынса кешеләр йөрөй. Быйыл икенсе өлөшө әҙер була, ул Яҡтыкүл, Абҙаҡ курорттарын, Уралтауҙың иң юғары нөктәһе Әрүәкрәз тауын, Ҡыраҡа һыртын һәм Ар ташын берләштерә. Яҡында бик һәйбәт маршруттар бар, хатта балалар менән йөрөргә мөмкин, уларҙы махсус әҙерлеге булмаған ҡатнашыусылар ҙа еңел үтә», – ти Рәйес.
Башҡортостандың хозур тәбиғәтен күреү өсөн Силәбе өлкәһенән, шулай уҡ Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ҡунаҡтар килә, тип билдәләне ул.