Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Июнь 2020, 16:00

Халыҡ шағирының исеме мәңгеләштерелә

Өфө хакимиәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының элекке рәйесе Рауил Бикбаевтың (1938 – 2019) исемен мәңгеләштереү буйынса эш кәңәшмәһе уҙҙы. Өфө вице-мэры Алина Сөләймәнова етәкселегендәге кәңәшмәлә шағирҙың туғандары һәм мэрияның структур бүлектәре вәкилдәре ҡатнашты.

Республика башлығы указына ярашлы, Өфөлә шағир йәшәгән йортта (Менделеев урамы, 148/3) уның барельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйыла; 102-се башҡорт гимназияһына һәм Өфөнөң яңы урамдарының береһенә Башҡортостандың халыҡ шағирының исеме бирелә.
Шулай уҡ Рауил Бикбаевтың исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү күҙаллана. Өфө музейҙарының береһендә яҙыусыға арналған экспозиция булдырыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: