Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Июнь 2020, 12:41

Салауат Юлаев көндәре үтәсәк!

Быйыл башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула. Йыл һайын үткәрелеп килгән Салауат көндәре әлеге хәл-торошҡа бәйле онлайн-алымда үткәрелә, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

12-16 июндә уҙасаҡ сараларға барлыҡ район-ҡалалар ҡушыласаҡ. Уларҙың иң әһәмиәтлеләре ошолар.
Республиканың Милли музейы базаһында видеокәңәшмә алымында «Герой һәм шағир. Салауат Юлаев шәхесенең Башҡортостан тарихындағы өлөшө» тип аталған фәнни-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙенең ютуб-каналында Заһир Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһын, Башҡортостандың Милли симфоник оркестры операға башҡарылған увертюраны тәҡдим итәсәк.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тамашасылар иғтибарына архив фондынан Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» спектаклен (режиссеры – Азат Нәҙерғолов) сығара.
Байрам сараларынан Нефтекама дәүләт филармонияһы ла ситтә ҡалмай – улар милли батырыбыҙҙың тормошона һәм ижадына арнап «Оран» тип аталған музыкаль-поэтик программа әҙерләгән.
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы урындағы телеканалдар аша документаль фильмдар күрһәтеүҙе ойоштора. Улар араһында «Салауат Юлаев көндәре» (режиссеры – Малик Яҡшымбәтов), «Мин – Салауат» (режиссеры – Г. Шеваров менән А. Морозов), «Һынмаҫ рух» (режиссеры – Әмир Абдразаҡов) фильмдары бар.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Ғәскәров мираҫы» тип аталған концерттың яҙмаһы һәм Марат Кәримов ҡуйған «Салауат» бейеүе менән ҡыуандырасаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Инстаграмда шиғырҙар конкурсы үткәрәсәк.
Мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған һөнәри белем биреү учреждениелары Салауат Юлаевҡа арналған күргәҙмәләр, тематик концерттар, батырыбыҙ тураһында йырҙар башҡарыу һәм Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һөйләү буйынса флешмоб ойоштора – барыһы ла дистанцияла ойошторола. Сибай сәнғәт колледжы «Батырҙар иле» тип аталған һүрәттәр конкурсына саҡыра.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла батырыбыҙға арналған фильмдар һәм тапшырыуҙар йыйынтығы әҙерләгән.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: