Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Июнь 2020, 17:00

Коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимы элеккесә ҡала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был аҙнала коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимын йомшартыу һәм иҡтисадтың башҡа өлкәләрен (4-5 сегмент) асыу көтөлмәй.«Беҙ вахтасыларҙың иркен йөрөүе сәбәпле 65 йәштән өлкәндәр араһында сирлеләрҙең артыуын теркәй башланыҡ», – тине республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанда йәшәүселәр «үҙ һаулығына вайымһыҙ ҡарай», сөнки, уның күҙәтеүҙәре буйынса, Өфө парктарында һәм скверҙарында ҡала халҡының 10% ғына битлек кейә. Республика башлығы муниципалитет етәкселәренән ошо йүнәлештә эште көсәйтеүҙәрен һораны.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото интернеттан
Читайте нас: