«Әлегә беҙҙә яңы проекттар өсөн биләмә бар, беҙ инвесторҙар көтәбеҙ. Үҙҙәре хаҡында ни тиклем иртәрәк белдерһәләр, бында участкалар алыу мөмкинлеге лә шул тиклем ҙурыраҡ, – тине Радий Хәбиров кәңәшмәлә. – Йылдам ҡарарҙар ҡабул итегеҙ».
Махсус иҡтисади зона участкаларының дөйөм майҙаны (һәр районда икешәр) 470 гектар тәшкил итә. Уларҙың яртыһынан ашыуы проекттар өсөн тәғәйенләнгән дә инде.
Тиҙҙән Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәттәре, район хакимиәттәре араһында стратегик йүнәлештәрҙе һәм махсус иҡтисади зонаның үҫеш этаптарын билдәләргә тейешле килешеү төҙөргә кәрәк.
«Махсус иҡтисади зона булдырылды. Уның резиденттарының бында мөмкин тиклем тиҙерәк инеүе һәм үҙ башланғыстарын ғәмәлгә ашыра башлауы бик мөһим. Шуға күрә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында етештереү майҙансыҡтары барлыҡҡа килһен өсөн беҙҙең яҡтан аныҡ ғәмәлдәр кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Шулай уҡ реаль проекттары булған ышаныслы инвесторҙар эҙләүҙе дауам итеү зарур. Уларҙың килеүенә беҙҙә бөтә нәмә әҙер булырға тейеш».
Эшмәкәрлектең координаторы – вице-премьер Илшат Тажетдинов. Республика башлығы Башҡортостан хөкүмәтенә инвесторҙар өсөн инфраструктура булдырыу йәһәтенән әҙерлек һәм проект алды эшен башларға, шулай уҡ проекттарға булышлыҡ итеү буйынса төбәк сараларын яҡшылап уйларға ҡушты.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне