Республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы, халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының сәсәндәр үҙәге милли батырҙың тыуған көнө уңайынан флешмоб иғлан итте, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
Флешмобта сәсәндәр, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын һөйөүселәр ҡатнаша ала. Улар социаль селтәрҙә #БашҡортСәсәндәре #СалауатМенән #СалауатЮлаев #РЦНТРБ #МКРБ #ЦентрСэсэновРБ хештегы менән Салауат Юлаевҡа арналған йырҙар һәм ҡобайырҙар башҡара, яугир шағирҙың шиғырҙарын һөйләй, видеороликтар менән бүлешә.
Флешмоб 2020 йылдың 12 июненән 16-һына тиклем дауам итә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне