Бында Рәсәйҙә йәшәүселәр генә түгел, илебеҙҙә эшләгән, йәшәгән сит ил граждандары ла ҡуйыласаҡ. Регистрға кешенең исем-шәрифе, тыуған йылы, енесе, гражданлығы, һалым һәм хәрби органдарҙа иҫәптә тороуы, медицина, социаль һәм пенсия страховкалау системаһында теркәлеүе хаҡында мәғлүмәттәр индереләсәк.
Әлеге мәғлүмәттәр базаһына дәүләт һәм муниципаль органдар, ҡаҙна булмаған фондтар, һайлау комиссиялары, нотариустар һәм граждандар үҙҙәре инеү мөмкинлеге ала. Был проекттың 2023 йылдан эшләй башлауы көтөлә. Берҙәм мәғлүмәттәр регистрын булдырыу дәүләт хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәтте табыуҙы еңелләштерәсәк.