Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Июнь 2020, 12:00

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу бурысы үтәлеше хаҡында

Коронавирус пандемияһы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡамасауламағанмы? Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында ошо турала һүҙ булды. Республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов белдереүенсә, ҡуйылған бурыстар планға ярашлы үтәлә.

– 2020 йылға милли проекттарҙы тормошҡа ашарыу өсөн бүленгән аҡса күләме 31,1 млрд һум тәшкил итә. Уларҙың 20 миллиард һумы федераль бюджеттан. Финанслау кимәле буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында Һамар өлкәһенән ҡала икенсе урында, – тине Илшат Азамат улы.
Яҡшы күрһәткестәргә «Демография», «Мәҙәниәт», «Һаулыҡ һаҡлау», «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекттарында өлгәшелгән. Мәҫәлән, беренсе бала, шулай уҡ өсөнсө һәм унан һуңғы балалар тыуыу өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе 20 меңдән ашыу ғаилә ала. Бушлай ЭКО программаһы арҡаһында 700-ҙән ашыу балаһы булмаған ғаилә сабыйлы булыу шатлығын кисерҙе. Дауалау учреждениелары үҙҙәренең матди-техник базаларын нығыта, заманса медицина ҡорамалдары ала.
«Мәғариф» милли проекты ярҙамы менән быйыл «Үҫеш нөктәһе» профиле буйынса 42 һанлы һәм гуманитар үҙәк асыласаҡ. 101 дөйөм белем биреү учреждениеһында һанлы мәғариф мөхите маҡсатлы моделе индереләсәк, шулай уҡ балалар өсөн «IT-куб» һанлы белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Былар тураһында Мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Коронавирус пандемияһы «Социаль әүҙемлек» тигән төбәк проектына ныҡлы этәргес булған. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, биш меңдән ашыу ирекмән 200 меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәткән. Әле иһә ирекмәндәр «Конституция ирекмәндәре» проектына ҡушылған. Өс меңдән ашыу кеше халыҡҡа Төп Законға индереләсәк үҙгәрештәр тураһында аңлата.
– Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу бурысын беҙҙән бер кем дә алманы, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ был өлкәлә ысынлап та һәйбәт эшләйбеҙ. Башҡарылған эштәр отчеты ла һоҡландыра. Ирекмәндәргә ҙур рәхмәт. Бөтәгеҙгә лә федераль министрлыҡтар менән әүҙемерәк эшләргә ҡушам, милли проекттар ваҡытында финансланырға тейеш.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан
Читайте нас: